Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә балаларын республика колледждарында һәм техникумдарында уҡытыу хаҡының яртыһы компенсациялана. Компенсация күләме йылына 30 мең һумдан ашмай. Аҡса уҡыу йылы тамамланғандан һуң түләнә, тип хәбәр итә “Башинформ” Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Был льготаға барлыҡ ишле ғаиләләрҙең дә хоҡуғы бар. Компенсация алыу өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:
– ғариза биреүсе һәм күп балалы ғаилә ағзалары – Рәсәй граждандары һәм Башҡортостанда йәшәйҙәр;
– 23 йәшкәсә студенттар;
– студент беренсе тапҡыр урта һөнәри белем ала.
Шул уҡ ваҡытта өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаилә генә түгел, ә мәктәптә, колледжда һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған балалары булған ғаилә лә ишле тип иҫәпләнә.
Компенсация алыу өсөн ғаризаны күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә йәки Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында бирергә мөмкин.