Дүрт йыл хеҙмәт иткән майҙансыҡ артабан да уңайлы ял урыны булһын өсөн уны тәрбиәләп, ҡарап тороу мөһим. "Торлаҡ-коммуналь, төҙөлөш кампанияһы" етәксеһе Рәнис Абдулов белдереүенсә әле был майҙансыҡта төҙөкләндереү башлаған. Ойошма эшселәре Илдус Аҡъюлов, Юлай Йәнбулатов һәм Дмитрий Сусанин уйын ҡоролмаларының, эскәмйәләрҙең емерелгән ерҙәрен төҙәтеп, иретеп йәбештереп ҡуйған. Ошо арала буяу эштәре башҡарыласаҡ.
Матур йәшәү үҙебеҙҙән тора, шуға ла балалар бәләкәйҙән тәртипкә өйрәнеп, һаҡсылыраҡ булһын, уйын урындарын емермәһен ине.
Роберт Мәсәғүтов, район хакимиәтенең төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһе:
-2019 йылда башланғыс алған “Башҡорт ихаталары” программаһы республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған программа ярҙамында киләһе йыл Интернациональ урамындағы 13-сө һәм 15-се күп фатирлы йорттар ихатаһында балалар майҙансығы төҙөү планлаштырылған. Әлеге ваҡытта проект-смета документтары әҙерләнә.
““Башҡорт ихаталары” – иң ҙур ихтыяж булған республика программаһы. Беҙ оҙаҡ йылдар бер нәмә лә эшләнмәгән ихаталарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Уны тормошҡа ашырыу барышында ололар өсөн дә, балаларға ла уңайлы майҙансыҡтар булдырыла. Быға тиклем Өфөгә ҙур иғтибар бирһәк, хәҙер “Башҡорт ихаталары”н күберәк башҡа ҡала-райондарҙа төҙөргә тырышасаҡбыҙ. Төп маҡсат – кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү”, – тип белдергәйне төбәк Башлығы Радий Хәбиров бер сығышында.