Социаль өлкә
9 Сентября 2024, 09:25

Рәсәйҙә пенсияларҙы арттырыуҙа яңы ҡағиҙәләр тураһында һөйләнеләр

Иҡтисадсы Иванова Швец: 2025 йылда пенсиялар яңы ҡағиҙәләр буйынса индексациялана

Рәсәйҙә пенсияларҙы арттырыуҙа яңы ҡағиҙәләр тураһында һөйләнеләрРәсәйҙә пенсияларҙы арттырыуҙа яңы ҡағиҙәләр тураһында һөйләнеләр
Рәсәйҙә пенсияларҙы арттырыуҙа яңы ҡағиҙәләр тураһында һөйләнеләр

Рәсәйҙә 2025 йылдан пенсиялар яңы ҡағиҙәләр буйынса индексацияланасаҡ — йылына бер түгел, ә ике тапҡыр. Был хаҡта РФ сауҙа-сәнәғәт палатаһының «Кеше ресурстары менән идара итеү» база кафедраһы доценты Людмила Иванова-Швец, тип яҙа «Прайм» агентлығы.

Иҡтисадсы билдәләүенсә, ҡартлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу, шулай уҡ инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусылар түләүҙәрҙе арттырыуға иҫәп тота ала. Иванова-Швец һүҙҙәренсә, РФ-та индексацияның беренсе этабы һуңғы йылдарҙағы кеүек 1 ғинуарҙа түгел, ә 1 февралдә үтәсәк. Икенсе индексация 2,2 процентҡа 2025 йылдың 1 апреленә планлаштырылған, тип билдәләне Иванова-Швец.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас