Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Сентябрь , 09:34

Күңелдәре булып ҡайттылар

.

Күңелдәре булып ҡайттылар
Күңелдәре булып ҡайттылар

Башҡортостанда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның сиктәрендәге проект  оло йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән.

Ул Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль  яҡлау министрлығы, муниципаль район һәм ҡалалар тормошҡа ашырған берлектәге эш булып тора. Ҙур ихтыяж менән файҙаланылған программалар иҫәбенә “Нарыҫтауға экскурсия. “Изге Ғәли” сығанағы”, “Янғантау геопаркы”, “Торатау геопаркы”,  “Святые Кустики” монастыры һәм башҡалар инә. Барлығы социаль проектта 53 маршрут ҡаралған, шул иҫәптән сит республикаларға ла, сит тарафтарға ла  барыу мөмкинлеге бар. Оло йәштәгеләр өсөн әүҙем ял төбәктә “Демография” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары сиктәрендә ойошторолған. Был саралар Ил Президенты Владимир Путиндың  май указдары менән башланып киткәйне. Йыл һайын 50 мең пенсионерҙы ял иттереү маҡсаты ҡуйыла. Әле был һандың яртыһына етеп киләбеҙ.

Ошо проект сиктәрендә кисә, 17 сентябрҙә, райондың бер төркөм пенсионерҙары Әбйәлил һәм Белорет райондарында булып ҡайтты. Иң беренсе туҡталыш – башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тыуған Күсем ауылында булған, бында уның  музейы эшләп килә. Музейҙа легендар һәм бөйөк шәхес тураһында бик күп материал һаҡлана.

Артабан Ейәнсура хаҡлы ялдағылары “Яҡтыгүл” санаторийында булып, Белорет районында урынлашҡан “Абҙаҡ” аквапаркына юлландылар. Бында күңелдәре булғансы һыу инеп, аралашып, ҡайтыу яғына юл алдылар.

Бындай сәйәхәт барыһына ла оҡшаған, ойоштороусы ветерандар советы рәйесе Нәзирә Кәримоваға яҡшы ял өсөн ҙур рәхмәттәрен еткерәләр.

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” - социаль проектында Башҡортостан биләмәһендә даими теркәлеүҙә булған граждандар ҡатнаша ала: 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән оло ир-егеттәр йәки ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡандар ошо мөмкинлектән ҡуллана. Улар өсөн республиканың тәбиғәт, мәҙәни-тарихи, дини объекттарына бер көнлөк маршруттар әҙерләнгән. Проектта ҡатнашыу бушлай.

Әйтергә кәрәк, проектта ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә йәки йәшәгән урын буйынса муниципаль район, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: