Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Сентябрь , 09:59

13-сө пенсия булырмы?

Дәүләт Думаһы вице-спикеры Борис Чернышов (ЛДПР) 20 сентябрҙә йыл аҙағына тиклем түбән палатаға пенсионерҙарға йыл һайын 13-сө пенсия түләү тураһында закон проекты индереләсәк, тине.

13-сө пенсия булырмы?
13-сө пенсия булырмы?

“Мин әҙерләгән 13-сө пенсия тураһындағы закон проекты үҙенең актуаллеген юғалтмай, ә киреһенсә – тағын да ихтыяжлыраҡ була бара. Мин беренсе тапҡырҙан үк ярҙам алмаған был документты эшләп бөтөрөргә, беҙ эксперттар һәм коллегалар менән фекер алышҡан киҫәтеүҙәрҙе иҫәпкә алырға һәм уны йыл аҙағына тиклем ҡабат индерергә планлаштырам”, – тип уның һүҙҙәрен килтерә “РИА Новости”.

Дәүләт Думаһы вице-спикеры  төҙәтмәләр яңы йыл алды түләүҙәре күләменә ҡағыласаҡ, ул “Һәр кем өсөн бер төрлө булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта һәр кешенең пенсия күләме ҡайһы бер параметрҙарға бәйле”, тип асыҡлыҡ индерҙе.

Чернышов Рәсәйҙә ике йыл эсендә инфляция артыуға бәйле рәүештә закон проектының актуаллеген билдәләп үтте. Уның һүҙҙәренсә, халыҡтың пенсионерҙар кеүек аҙ яҡланған ҡатламдары хаҡ үҫеүе темпына өлгөрмәй.

Элегерәк, “Росстат” Рәсәйҙә 1 апрелгә уртаса пенсия 20941 һум тәшкил итте, тип белдерҙе. Рәсәй пенсионерҙарының 81,31 проценты – өлкән йәштәге граждандар.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: