Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Сентябрь , 09:40

Кемдәрҙең пенсияһы арта

Эксперт киләһе йылда пенсиялар күпмегә артыуы тураһында һөйләне

Кемдәрҙең пенсияһы арта
Кемдәрҙең пенсияһы арта

Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте агентлығының хеҙмәт хоҡуғы буйынса эксперты Линда Рыжих РИА Новости агентлығына киләһе йылда эшләүсе һәм эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын йыл эсендә – 6,7 процентҡа, ә социаль пенсия алған граждандарҙы 9,5 процентҡа арттырыу көтә, тип белдерҙе.

Линда Рыжих әйтеүенсә, 2025 йылда пенсияларҙы индексациялау ике тапҡыр үткәреләсәк: 1 февралдән – 4,5 процентҡа һәм 1 апрелдән 2,2% процентҡа. Икеләтә индексация 2026 йылда ла планлаштырыла: 1 февралдән – 4 процентҡа һәм 1 апрелдән 2,8 процентҡа.

Эксперт билдәләүенсә, 2025 йылға тиклем күсеү осоро ғәмәлдә, унда эшләмәгән пенсионерҙарға страховка пенсиялары билдәле бер индексҡа йылына кәм тигәндә мең һумға арта. Ул тамамланғас, пенсия күләме уҙған йылдағы инфляция кимәленә ярашлы артасаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: