Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Сентябрь , 14:55

"Ситте маҡта ла, илеңдә тор"

.

"Ситте маҡта ла, илеңдә тор"
"Ситте маҡта ла, илеңдә тор"

ТУРИЗМ КӨНӨ МЕНӘН, ӘҮҘЕМ СӘЙӘХӘТСЕЛӘР!
💥"Ситте маҡта ла, илеңдә тор"💯, тигәндәй, үҙ еребеҙҙә лә гүзәл урындар бихисап. Кемдер уларҙы күрмәгән, ныҡлап белеп тә етмәй. Йәнтөйәгебеҙҙең хозур урындары менән танышыу өсөн әүҙем хаҡлы ялдағылар сәйәхәткә 🚌юлланды.

🌊Шифалы һыулы "Һыусыҡҡан" шишмәһендә туҡтап, эргәләге әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылып, артабан күрше өлкәнең Андреевка ауылына юл алдыҡ. Унда 1901 йылда төҙөлгән сиркәү ⛪менән архитектура ҡомартҡыһы булараҡ таныштыҡ.

Петровск ауылын әсир немецтар төҙөгән күпер аша сыҡҡас, Абзан ауылы янындағы Бәрҙе күленә килдек. Ул Альянкуль исеме менән билдәлерәк.

✨Сәйәхәттең һуңғы нөктәһе - билдәле Сыуалташ ҡаяһы ине. Был урын килгән кешеләр өсөн бик матур ҡулайлаштырылған, тулы мәғлүмәтле таҡталар ҡуйылған. Тау башынан тыуған яғыбыҙҙың киңлеге, тәбиғәттең көҙгө матурлығы тағы ла нығыраҡ күренә. Ошо ергә бөтә асылың менән береккәнеңде, тыуған тупраҡ, тигән изге төшөнсәне күңел тәрәнлеге менән аңлайһың. Сәйәхәттең маҡсаты ла ошолор...

☀Ә бөгөн ошо уҡ маршрут менән икенсе төркөм юлға сыҡты.
Хәйерле юлдар, тынғыһыҙ сәйәхәтселәр!👋

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: