Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Октябрь , 16:35

Ҡартлыҡ буйынса пенсияның 2025 йылда күпмегә артыуы хаҡында хәбәр ителде

...

Ҡартлыҡ буйынса пенсияның 2025 йылда күпмегә артыуы хаҡында хәбәр ителде
Ҡартлыҡ буйынса пенсияның 2025 йылда күпмегә артыуы хаҡында хәбәр ителде

Рәсәйҙә ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсия 24 100 һумға тиклем арта. Был хаҡта «Известия» гәзите Рәсәй социаль фондының өс йылға бюджет проектына һылтанма менән хәбәр итә.

2024 йылға ҡарата үҫеш 7,5 процент тәшкил итәсәк, был планлаштырылған индексациянан күберәк (7,3 процент). Президент академияһының «ИНСАП» үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре Виктор Ляшок аңлатыуынса, был эшләүсе өлкән йәштәге граждандар өсөн түләүҙәрҙе индексациялау схемаһына ҡайтыу менән бәйле.

2025 йылда Социаль фонд страховка пенсияларын түләүгә бөтәһе 10,9 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтә, тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Эшләүсе граждандарға түләүҙәрҙе индексациялауға 106,4 миллиард һум ҡаралған.

Сентябрь аҙағында РФ хөкүмәте Дәүләт Думаһына 2025 йылға һәм 2026, 2027 йылдарҙың план осорона СФР бюджеты проектын индерҙе. Уға ярашлы, 2025 йылда пенсиялар 7,3 процентҡа индексацияланасаҡ. Һөҙөмтәлә 2025 йыл аҙағына ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы күләме 24 059 һум тәшкил итәсәк (2024 йыл аҙағына – 22 376 һум).

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: