Сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялауға арнала. Бында ошо өлкәләге һуңғы йылдарҙа уйлап сығарылып эшләнгән ҡорамалдар тәҡдим ителә, төрлө “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойошторола, килешеүҙәр төҙөлә. Бөгөн форум-күргәҙмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, “Ватан һаҡсылары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева һәм башҡалар булды.
Әйткәндәй, беренсе форум 2022 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелгәйне. Форумда йәмғиәт өсөн мөһим темалар күтәрелә, республика һәм федераль үҙәк инклюзив мәсьәләләр йәһәтенән берләшә. Хәҙерге заманда дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған секторҙа уңайлы мөхит булдырыу, ошондай кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртырлыҡ яңы технологиялар үҫтереү мәсьәләләре көнүҙәк. Башҡортостанда иһә һәр кемдең йәшәү рәүеше, уның тормош шарттарын яҡшыртыу – өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе.
Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ойошторола. Пленар ултырыштың темаһы – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау, яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар. Форум-күргәҙмәнең төп темаһы иһә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән өлкәнерәктәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын формалаштырыу. Шуныһы үҙенсәлекле: Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтарға ярҙам маҡсатында реабилитациялауға сертификат барлыҡҡа килде.
Форум сиктәрендә ойошторолған төрлө сессияларҙа, майҙансыҡтарҙа, түңәрәк өҫтәл һөйләшеүҙәрендә белгестәр, власть, эшҡыуарлыҡ, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре реабилитациялау тармағының яңы үҫештәре, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү менән бәйле мәсьәләләр ҡарала. “Уңайлы мөхит – заманса ҡараш һәм ҡарарҙар” эксперттар сессияһы үткәрелә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.