Өфөлә барған “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форум-күргәҙмәһе сиктәрендә үткәрелгән “Уңайлы мөхит: заманса ҡараш һәм ҡарарҙар” эксперт сессияһында был өлкәләге заманса алымдар тураһында һөйләште, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Сарала Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, башҡа төбәктәрҙән спикерҙар ҡатнашты.
- Уңайлы мөхитте стереотип тип кенә ҡарамайбыҙ. Был коммуникациялар йәһәтенән дә уңайлылыҡ, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ҡаршылыҡтарҙы еңгәндә ярҙамды дөрөҫ ойоштороу. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан уңайлы мөхит өлкәһендә системалы ҡарарҙарҙы хәл итеү буйынса пилот проекты булды һәм республика тәжрибәһе киң тарала. Уңайлы мөхит мәсьәләләре буйынса Башҡортостан - трендта, бында ҙур эш атҡарыла, - тип белдерҙе Санкт-Петербургтағы Альбрехт исемендәге Федераль медицина-социаль экспертиза һәм реабилитациялау ғилми-мәғариф үҙәгенең уңайлы мөхитте формалаштырыу буйынса федераль сеймалдар үҙәге директоры Оксана Мирошниченко.
Беҙҙә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, хеҙмәт йәшендәге инвалидтарға етди ярҙам күрһәтелә. Уларҙы эш урыны менән тәьмин итеү, уҡыу-уҡытыуҙы ойоштороу, уңайлы мөхит булдырыу, реабилитация системаларын булдырыу йәһәтенән эш етерлек. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә, бындай кешеләрҙең мөмкинлеге сикһеҙ. Республикала уларҙың йәшәү кимәлен күтәрерлек мөхит булдырыу, технологиялар индереү буйынса эштәр атҡарыла.
Әйткәндәй, беренсе форум 2022 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелгәйне. Форумда йәмғиәт өсөн мөһим темалар күтәрелә, республика һәм федераль үҙәк инклюзив мәсьәләләр йәһәтенән берләшә. Хәҙерге заманда дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған секторҙа уңайлы мөхит булдырыу, ошондай кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртырлыҡ яңы технологиялар үҫтереү мәсьәләләре көнүҙәк. Башҡортостанда иһә һәр кемдең йәшәү рәүеше, уның тормош шарттарын яҡшыртыу – өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе.
Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ойошторола. Пленар ултырыштың темаһы – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау, яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар. Форум-күргәҙмәнең төп темаһы иһә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән өлкәнерәктәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын формалаштырыу. Шуныһы үҙенсәлекле: Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтарға ярҙам маҡсатында реабилитациялауға сертификат барлыҡҡа килде.
Форум сиктәрендә ойошторолған төрлө сессияларҙа, майҙансыҡтарҙа, түңәрәк өҫтәл һөйләшеүҙәрендә белгестәр, власть, эшҡыуарлыҡ, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре реабилитациялау тармағының яңы үҫештәре, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү менән бәйле мәсьәләләр ҡарала.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.