Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Ноябрь , 12:35

Бала ҡарау буйынса пособие 97 мең һумға етәсәк

Йәш ярымға тиклем балаларҙы ҡараған өсөн пособие 97 мең һумға етеүе мөмкин

2027 йылға йәш ярымға тиклемге баланы ҡарау буйынса пособиеның максималь күләме 97 мең һумға етеүе ихтимал, тип белдерҙе Хеҙмәт министрлығы етәксеһе Антон Котяков. Был хаҡта “Коммерсантъ” хәбәр итте. Министр әйтеүенсә, 2025 йылда түләүҙең максималь суммаһы 69 мең һум тиерлек, 2026 йылда – 83 мең һум тәшкил итәсәк. Хәҙер максималь күләме 49 мең һум тәшкил итә.

"Алдағы өс йылда әсәлек капиталын түләүгә 1,7 триллион һум бүлеү планлаштырыла. Сентябрҙән беҙ әсәлек капиталының файҙаланылмаған 10 мең һумдан артмаған ҡалдыҡтарын түләй башланыҡ", – тине министр "Берҙәм Рәсәй"ҙең программа комиссияһы ултырышында.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: