Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Ноябрь 2024, 12:05

Соцфонд пенсияларҙы өҫтәлмә арттырырға вәғәҙә итте

Рәсәй социаль фонды етәксеһе юғары инфляция шарттарында пенсияларҙы өҫтәлмә арттырыу мөмкинлеге тураһында белдерҙе

Соцфонд пенсияларҙы өҫтәлмә арттырырға вәғәҙә итте
Соцфонд пенсияларҙы өҫтәлмә арттырырға вәғәҙә итте

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә эшләүсе һәм эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы, күҙалланған инфляцияны иҫәпкә алып, 7,3 процентҡа арттырыла. Был хаҡта Социаль фонд етәксеһе Сергей Чирков хәбәр итте, тип яҙа “Коммерсантъ”. Әгәр инфляцияның фактик дәүмәле көтөлгәндән юғарыраҡ булһа, хөкүмәт пенсия пособиеһын ҡабаттан индексациялау мөмкинлеген ҡарай ала.

Чирков билдәләүенсә, 2025 йылда бөтәһе 42 миллиондан ашыу кеше пенсия аласаҡ, страховка түләүҙәренә – яҡынса 11 триллион һум, ә дәүләт тәьминәте буйынса ярҙамға — 825 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 24 мең һумға тиклем артасаҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе Социаль фонд етәксееһе.

Эксперттар билдәләүенсә, юғары инфляция осрағында пенсияларҙы ҡабаттан индексациялау ғәҙәти практика булып тора. “Юғары иҡтисад мәктәбе” милли тикшеренеү университетынан Георгий Остапкович билдәләүенсә, хәҙер бюджет хаҡтарҙың артыуы буйынса яҡынса баһалар менән раҫлана, һәм һуңыраҡ статистика мәғлүмәттәре нигеҙендә финанс планына төҙәтмәләр индерергә мөмкин. «AMsec24 страховка брокеры» компанияһынан Максим Колядов, пенсияларҙы индексациялау пенсионерҙарҙың килемен хаҡтарҙың артыуынан һаҡлауға һәм уларҙың финанс хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тип өҫтәне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: