Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Ғинуар , 17:05

Быйыл берҙәм социаль пособие яңыса иҫәпләнә

Социаль фондта берҙәм пособиены иҫәпләүҙең яңы схемаһы аңлатылды

Быйыл берҙәм социаль пособие яңыса иҫәпләнә
Быйыл берҙәм социаль пособие яңыса иҫәпләнә

Берҙәм пособие тәғәйенләү өсөн ғаиләнең һәр эшкә һәләтле ағзаһының килеме (18 йәштән алып) бер йылда дүрт минималь эш хаҡы күләменән кәм булмаҫҡа тейеш. Рәсәйҙә яңы йылдан минималь эш хаҡының дөйөм күләме 22 440 һумға тиң.

Тимәк, быйыл пособие һорап мөрәжәғәт иткәндә ғаиләләге һәр өлкән кешенең 12 айҙағы минималь килеме кәмендә 89 760 һум булырға тейеш. Яңы ҡағиҙә үҙмәшғүл граждандарға ла ҡағыла.

Әгәр иҫәпләү осоронда нуль килем ҡағиҙәһенә ингән бер нисә ай булһа, минималь килемде эш айҙарына пропорциональ рәүештә иҫәпләйҙәр (89 760 һум / 12 × эш айҙары һаны). Әгәр килем булмауының кисерерлек сәбәбе (уважительная причина) иҫәпләү осороноң 10 айында булһа, лимит ҡулланылмай.

Яңы төбәктәрҙә йәшәүселәргә минималь килем ҡағиҙәһе ҡағылмай, тип аңлаттылар Социаль фондта.

Берҙәм пособие — йөклө ҡатындар һәм 17 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләр өсөн айлыҡ түләү. Уны тәғәйенләү өсөн алыусылар мохтажлыҡ баһаһына тап килергә тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: