+4 °С
Болотло
Ғаиләләр һәм йөклө ҡатындар февралдән арттырылған берҙәм пособие аласаҡ, тип иҫкә төшөрҙөләр Социаль фондта.
Ғинуар өсөн пособие «Мир» картаһына 3 февралдә килә. Рәсәй Почтаһы курьерҙары менән өйгә килтереү 3 февралдән 25-нә тиклем дауам итәсәк.
2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә йәшәү минимумы дәүмәле 15 процентҡа артты, берҙәм пособие күләме уға бәйле – 50%, 75% йәки 100%.
Индексациянан һуң пособие, төбәккә ҡарап, уртаса 1 меңдән 2 мең һумға тиклем арта.