Башҡортостанда бишенсе йыл "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһы тормошҡа ашырыла, ул өлкән йәштәге граждандарҙың әүҙем ғүмерен оҙайтырға тейеш. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны арта.
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, былтыр программаның төрлө сараларында 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был республикала йәшәүсе оло йәштәгеләрҙең яртыһы тиерлек (барлығы 936,3 мең кеше).
Сараларҙа иң әүҙем ҡатнашыусылар - Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Асҡын, Мәләүез райондары, шулай уҡ Нефтекама һәм Сибай халҡы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проектҡа йәлеп ителгән өлкән йәштәге кешеләрҙең күпселеге - ҡатын-ҡыҙҙар, был республикалағы оло йәштәгеләр структураһы менән аңлатыла, тип билдәләне. Ул республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәш булһа ла, ир-егеттәрҙә ул бер нисә йылға кәмерәк булыуына борсолоуын белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был күп осраҡта ир-егеттәрҙең үҙ-үҙҙәренә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тураһында уйларға тейешле мәсьәлә.