Йортоғоҙ ҡотло булһын!
Күгәрсен ауылында йәшәгән Яковлевтар 2024 йыл аҙағында “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы ярҙамында яңы йортло булды. Был “Маяҡ” хужалығында оҙаҡ йылдар эшләгән ғаилә башлығы Валерий Михайловичҡа намыҫлы хеҙмәте өсөн бүләк, тиергә лә була. Өҫтәүенә улар тормош иптәше Венера Зәки ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Бығаса бәләкәй йортта йәшәгән ғаиләгә ҙур, иркен өйлө булыу – ҙур бәхет!
– Төҙөлөш былтыр май айында башланғайны, декабргә тамамлап та ҡуйҙылар. Бөтәбеҙҙән нығыраҡ 8 йәшлек төпсөгөбөҙ Вилнур ҡыуанды. Йәй буйы төҙөүселәр эргәһендә йөрөнө, уларға сәй, һыу ташыны, эште “контролдә” тотто, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Яковлевтар. – Хәҙер ҡыҙҙарҙың да, малайҙарҙың да айырым бүлмәләре бар. Дәрес эшләгәндә бер-береһенә ҡамасауламайҙар.
Валерий Михайлович – “Маяҡ” хужалығының Аҡҡондоҙ һәм Кинйәбулат ауылдарындағы фермалары мөдире. Эше яуаплы һәм тынғыһыҙ уның. Венера Зәки ҡыҙы райпоның икмәк бешереү цехында эшләй. Ә шәхси хужалыҡтар улар мал, ҡош-ҡорт аҫырай, баҡса үҫтерә. Балалар ҙа ихлас ярҙам итеп, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә.
Яковлевтарҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты, улар хөкүмәт ярҙамы менән яңы йортло булды. Был ғаиләнең өлгөһө – “Ауылда нимә бар? Эш һәм мөмкинлек тә юҡ!” тигәндәргә яуап. Хеҙмәтең намыҫлы булһа, ярҙам да була.
Флорида Ғөбәйҙуллина, район хакимиәтенең иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенең баш белгесе:
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
“Республиканың төҙөлөш комплексы алдында бер нисә бурыс ята. Төп бурыс – йыл һайын төҙөлгән торлаҡ күләмен арттырыу. 2024 йылда төҙөлгән 3 млн 348 мең кв.м торлаҡтың күп өлөшө шәхси йорттарға тура килә. Ил Президенты ҡушыуынса, 2030 йылға тиклем йылына 4 млн кв.м. торлаҡ төҙөү кимәленә сығырға тейешбеҙ”.