Социаль өлкә
24 Апрель 2025, 09:30

"Кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатмын"

Табип-гинеколог булып эшләгән Гөлфирә Рәис ҡыҙы Вәлиева районда үҙен тәжрибәле белгес итеп танытып өлгөргәйне инде. Бик күп ҡатын-ҡыҙҙар рәхмәтле булған табип үткән йыл шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлде. Шәхси медицина үҙәге асып, үҙ эшен алып бара.

Бөгөн ул пациенттарын шәхси эш урынында ҡабул итә. Дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн ҡыйбатлы УЗИ аппараты ла һатып алған.

  • Бөтәһе лә, Аллаға шөкөр, ыңғай ғына барҙы. Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеүҙә лә, бина табыу һәм һатып алыуҙа ла ҡыйынлыҡтар тыуманы. Иң мөһиме – миңә ярҙам итеүселәр күп булды, тормош иптәшем, ағайым һәм ҡустым бинаны һатып алырға аҡсалата ярҙам итте. Элекке хеҙмәттәшем, бөгөн дә бергә эшләгән Әлфиә Әхмәт ҡыҙы Мәсәлимоваға ла рәхмәтлемен, уның менән бар эште лә кәңәшләшеп, төптән уйлап тәүәкәлләп ҡуйҙыҡ, – ти Гөлфирә Рәис ҡыҙы.

Эшҡыуар булараҡ теркәлгәс, “Инвестициялар сәғәте”ндә яңы эш башлаусылар өсөн махсус субсидия барлығы хаҡында әйтәләр. Гөлфирә Рәис ҡыҙы был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай. Һөҙөмтәлә, дәүләттән алған 270 мең һумлыҡ субсидия төрлө кәрәкле медицина ҡорамалдары алыуға яҡшы ярҙам була.

– Хыялымды тормошҡа ашырып, кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтә алыуыма бик шатмын, – ти табип.

Автор:Зәлиә Байғусҡарова.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас