Социаль өлкә
7 Май 2025, 09:50

"Килегеҙ, ярҙам итербеҙ"

Халыҡ ниндәй генә мәсьәлә, һорау килеп сыҡһа ла урындағы үҙидара органдарына, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Яңы эш асырғамы, эшҡыуарлыҡ буйынса килеп сыҡҡан һорауҙарға яуап табырға, дәүләт программаларында ҡатнашып ярҙам алырға теләк булғанда ла тап хакимиәткә килә. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙә бизнес-шерифтарҙың роле ҙур. Улар районға инвестициялар йәлеп итеүгә лә ҙур көс һала. Ейәнсура районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары Азамат Салауатов дүрт йылға яҡын ошо яуаплы эште башҡара.

"Килегеҙ, ярҙам итербеҙ""Килегеҙ, ярҙам итербеҙ"

  2024 йылда бындай осрашыуҙар һаны 60 булған. Унда субсидиялар, гранттар юллау, айырым финанс ярҙам күрһәтеү буйынса һорауҙар ҡаралған.  Әйтергә кәрәк, һөҙөмтәләр бар. “Агростартап” программаһы буйынса ике эшҡыуар ҡошсолоҡто һәм ит йүнәлешендәге малсылыҡты үҫтереүгә дәүләт 8,5 млн һумлыҡ ярҙамы ала алыуы бик ҡыуаныслы хәл. Был башҡа эшҡыуарҙарға ла мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, ярҙам юллап ҡарарға була тигән һүҙ. 

Азамат Салауатов, Ейәнсура районы бизнес-шерифы:

–“Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” программаһы буйынса аҙна һайын үткәрелеп килгән осрашыуҙар һөҙөмтәләр бирә. “Социаль контракт буйынса адреслы ярҙам” программаһы буйынса барлығы 3,5 млн һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Ошо программала ҡатнашырға теләүселәр булһа, район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Эшҡыуарлыҡ буйынса һорауҙарығыҙ булһа, килегеҙ, ярҙам итербеҙ.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2025 йылдың 17 апрелендәге оператив кәңәшмәләге сығышынан:

“Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә килгәндә башлыса барлыҡ күрһәткестәр ҙә плюс билдәһе менән бара. Рәхмәтлемен, яҡшы эш башҡарылды. Әммә беҙ, эшҡыуарҙарҙың хәлен яҡшыраҡ аңлар өсөн осрашыуҙар үткәреп тороға һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Министрлыҡ был осраҡта Хөкүмәт аппараты һәм хакимиәт менән бәйләүсе булып тора. Артабан да эште ошо юҫыҡта дауам итергә кәрәк”.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас