Социаль өлкә
11 Май 2025, 10:55

Пособиелар иҫәпләү ҡағиҙәләре үҙгәрә

...

Пособиелар иҫәпләү ҡағиҙәләре үҙгәрәПособиелар иҫәпләү ҡағиҙәләре үҙгәрә
Пособиелар иҫәпләү ҡағиҙәләре үҙгәрә

15 майҙан балалар пособиеларын иҫәпләү ҡағиҙәләре үҙгәрә: уларҙы иҫәпләү өсөн килем бер йыл эсендә түгел, ә һуңғы 3-6 айҙа иҫәпкә алына. Был ғаилә тормошондағы үҙгәрештәргә тиҙерәк яуап бирергә мөмкинлек бирәсәк. Түләүҙәр артыуы ла, кәмеүе лә ихтимал, тип хәбәр итә NEWS.ru порталы.

Хәҙер килемдәр һалым түләгәндән һуң иҫәпкә алынасаҡ. Пособиены картаға алғандарға иҫәп-хисап алдан – 30 апрелгә тиклем үткәреләсәк. Хеҙмәт министрлығы һәм Дәүләт Думаһы баһалауынса, яңы ҡағиҙәләр түләүҙәрҙе 15-25 процентҡа арттыра һәм 5 миллион ғаиләгә тиклем киңәйтә, шул иҫәптән элек солғанмаған 500 мең ғаилә.

"Хөкүмәттә аҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙамды адреслыраҡ итергә ҡарар иттеләр. Бер яҡтан, килемдәре тиҙ кәмегән кешеләр ота. Икенсе яҡтан, эш хаҡы арта башлаһа, кешеләр тиҙ арала пособиеларҙан мәхрүм ителәсәк", – тип билдәләне иҡтисадсы Николай Кульбака.

Йәшәү минимумынан артыуы буйынса талаптар ҙа йомшартыла: бер аҙ тайпылыш, ниндәйҙер "овердердрафт "рөхсәт ителә, аныҡ параметрҙары әлегә билдәләнмәгән.

Алименттар, социаль түләүҙәр, мөлкәтте ҡуртымға алыу һәм һатыуҙан килгән килем иҫәпкә алынасаҡ. Шул уҡ ваҡытта белешмәләр йыйырға кәрәкмәй – мәғлүмәттәр ведомство-ара каналдар аша килә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас