Күп балалы әсәләргә 100 мең түләмәкселәр...
Был түләүҙе ай һайын бирмәкселәр. Закон ҡасан ҡабул ителәсәк?
Дәүләт Думаһы күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға ай һайын 100 мең һум түләү тураһында закон проектын ҡараясаҡ.
Закон проектынан күренеүенсә, аҡсалата ярҙамды 10 һәм унан күберәк бала тапҡан әсәләр аласаҡ. Түләү 72 мең һумдан башланасаҡ. Шулай уҡ, ил алдындағы айырым ҡаҙаныштары өсөн 36 мең һумлыҡ түләү биреләсәк. Был закон проекты Дәүләт Думаһының сираттағы ултырышында ҡараласаҡ.
Башинформдан.