Социаль өлкә
27 Май 2025, 10:10

1 июндән пенсияға 9 000 һум самаһы өҫтәмә

Исемлек раҫланған - 1 июндән пенсияға өҫтәмә 9 000 һум самаһы тәшкил итәсәк

1 июндән пенсияға 9 000 һум самаһы өҫтәмә1 июндән пенсияға 9 000 һум самаһы өҫтәмә
1 июндән пенсияға 9 000 һум самаһы өҫтәмә

2025 йылдың июненән Рәсәйҙә ҡайһы бер пенсионерҙар пенсияға 8 907,70 һум күләмендә өҫтәмә аласаҡ. Өҫтәмә бер тапҡыр бирелә торған пособие рәүешендә түгел, ә даими нигеҙҙә өҫтәләсәк.

Арттырыу граждандарҙың ике төп категорияһына ҡағыла:

– 80 йәше тулған пенсионерҙар;

– I төркөм инвалидтары.

Улар өсөн страховка пенсияһына билдәләнгән түләү икеләтә артасаҡ. Яңынан иҫәпләү автоматик рәүештә башҡарыласаҡ.

Әммә өҫтәмәне бер нигеҙҙә генә алырға мөмкин. Йәғни әгәр Пенсионерға I төркөм инвалидлығы буйынса арттырылған түләү тәғәйенләнһә, 80 йәшкә етеү пенсияны өҫтәмә арттырыуға килтермәйәсәк.

Читайте нас