Социаль өлкә
28 Май 2025, 07:34

«Әсәлек даны» миҙалы алған 50 әсә араһында ейәнсуралар ҙа бар

Башҡортостанда тағы күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.   Был исемлектә Ейәнсуранан да әсәләр бар. 

«Әсәлек даны» миҙалы алған 50 әсә араһында ейәнсуралар ҙа бар«Әсәлек даны» миҙалы алған 50 әсә араһында ейәнсуралар ҙа бар
«Әсәлек даны» миҙалы алған 50 әсә араһында ейәнсуралар ҙа бар

Быйыл Ейәнсура районынан Фирҙәүес Мөхәмәт ҡыҙы Ҡыуандлыҡова "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды.

Бүләкләнеүселәр араһында шулай уҡ Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары, шулай уҡ Күмертау һәм Өфө ҡалалары вәкилдәре бар.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 59 мең ишле ғаилә иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса республика — Волга буйы федераль округында беренсе.

Башинформ

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас