Социаль өлкә
8 Июнь 2025, 05:35

Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!

Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юланов социаль хеҙмәткәрҙәрҙе байрамдары менән ҡотланы

Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!
Изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт!
Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ҡотлайым!
Башҡа бер һөнәр ҙә социаль хеҙмәткәр эше кеүек сикһеҙ гуманлылыҡ, шәфҡәтлелек, сабырлыҡ һәм кешеләргә ышаныу талап итмәйҙер. Һеҙ иң мохтаждарға – ҡарттарға һәм инвалидтарға, ауырыуҙарға һәм етемдәргә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙамға киләһегеҙ. Йыш ҡына һеҙ кешеләргә яҡындарын алмаштыраһығыҙ, социаль хеҙмәткәр ярҙамһыҙ ҡалған кешенең берҙән-бер таянысы булып торған осраҡтар ҙа бар. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һоҡланыуға лайыҡ.
Тырышлығығыҙ, хәстәрлегегеҙ, йөрәгегеҙ йылыһы менән донъяға изгелек һәм шатлыҡ килтереүегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ҙур бәхет һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи көстәр теләйбеҙ! Ихлас рәхмәт һәм ихтирам һәр ваҡыт һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн лайыҡлы награда булһын!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас