Балалар үҫә һәм үҙ тормошон ҡороп ауылдан китә. Күп осраҡта, оло йәштәге ата-әсә ярҙамһыҙ ҡала. Етмәһә, байтаҡ ауылдарҙа дарыухана, магазин юҡ, йә булғандарында ла кәрәкле тауарҙар булмай. Өлкәндәргә бер сынаяҡ сәй эскән арала һөйләшеп, күңелдәрен бушатыуҙан да рәхәт булып ҡала, ә нимәнелер бергәләп эшләүҙән улар илһам һәм көс-дәрт ала. Шуға ла ауыл ерендә социаль хеҙмәткәрҙәрҙең булыуы – заман талабы. Ана шундай кешеләргә ярҙам итеү кеүек изге бурыс һалынған социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә. Беҙҙең районда ошо яуаплы йөкләмәне Светлана Ғәфтәрйән ҡыҙы Хәйруллина етәкләгән «Нур» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. Әлеге көндә бында 32 хеҙмәткәр 13 ауыл биләмәһенең 32 ауылында 306 оло кеше, инвалид һәм күп балалы әсәне хеҙмәтләндерә. Уларҙы тәрбиәләнеүселәре иғтибарлылығы, ярҙамсыллығы һәм мәрхәмәтлелеге өсөн ярата һәм хөрмәт итә. Оҙаҡ йылдар өйҙә ярҙам алған өлкәндәр ҙә бар социаль хеҙмәткәрҙәр ҡарамағында. Улар 10-15 йыл дауамында туғандар кеүек тә булып киткәндәр. Был эш осраҡлы кешеләр өсөн түгел, бында күңел талабы буйынса эшләйҙәр. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең стажы егерме йылдан ашыу. Иҫәнғолдан – Вәлимә Хөсәйенова һәм Гөлсинә Дүшәнбаева, Башҡорт Үргененән – Айһылыу Ейәнбирҙина, Таҙларҙан – Юлиә Баязитова һәм Людмила Филатова, Биштирәктән – Гөлшат Ҡотомова һәм Аҡдәүләттән Гөлгөнә Теләүморатованың үҙ эшенә мөкибән китеүенә һоҡланырлыҡ. Уларҙың еңел булмаған хеҙмәте бик күп тапҡыр республика, район кимәлендә Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән баһаланған. Ололарҙың күңел көҙөн яҡтыраҡ, йылыраҡ, инвалидтар һәм күп балалы ғаиләләрҙең тормошон еңелерәк итергә тырыша социаль хеҙмәткәрҙәр. Тормошобоҙ нисек кенә алға китмәһен, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт беренсе урында тора. Уны бер нимә менән дә алыштырып булмай. Шул иҫәптән социаль хеҙмәткәр һөнәрен дә.
Айгөл Ҡылысбаева.