

100 мең һум эш хаҡы менән рәсәйҙәр 32 мең һум самаһы пенсияға иҫәп тота ала, тип һөйләне РИА Новости агентлығына сенатор Ольга Епифанова.
"2025 йылда ай һайын 100 мең һумлыҡ рәсми эш хаҡы алған граждандар 4,34 шәхси пенсия коэффициентын (ИПК) булдыра ала. Пенсия күләмен иҫәпләгәндә ИПК-ны һумға әйләндереү өсөн уларҙың дөйөм һаны бер коэффициент хаҡына ҡабатлана. Ул йыл һайын РФ хөкүмәте ҡарары менән билдәләнә", – тине парламентарий.
Ул шулай уҡ пенсия ИПК-нан һәм страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙән тәшкил итеүен иҫкә төшөрҙө. "2025 йылда ИПК 145,69 һумға тиң, ә страховка пенсияһына билдәләнгән түләү – 8907,7 һум. Шулай итеп, әгәр пенсияға сыҡҡан мәлдә, әйтәйек, 160 балл тупланһа, 2025 йыл күрһәткестәре буйынса пенсия 32,2 мең һум самаһы тәшкил итергә мөмкин", – тип аңлатты Епифанова.
Сенатор был иҫәп-хисаптың яҡынса булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки буласаҡ пенсияның суммаһы "дөйөм хеҙмәт стажына, карьера дауамында рәсми эш хаҡы кимәленә, ИПК һәм билдәләнгән түләү хаҡын киләсәктә индексациялауға" бәйле.
"Киләсәктә пенсия күләмен арттырыу өсөн тулыһынса "аҡ" эш хаҡы менән рәсми эшкә урынлашыу мөһим булып ҡала. Оҙайлы хеҙмәт эшмәкәрлеге пенсия балдарын күберәк тупларға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, ҡануниәт хаҡлы ялға сығыуҙы кисектереү мөмкинлеген бирә, был иһә арттырыусы коэффициенттар ҡулланыу иҫәбенә пенсияны күтәреүгә килтерә. Шулай уҡ дәүләт ярҙамы менән граждандарға өҫтәмә пенсия тупланмаларын булдырырға ярҙам иткән оҙайлы сроклы һаҡлыҡ программаларына иғтибар итергә кәрәк", – тип өҫтәне парламентарий.