

Башҡортостанда етем балаларҙың опекундарына һәм попечителдәренә түләүҙәр 16,6 процентҡа артасаҡ. Ошо маҡсатта төбәк бюджетында 87 миллион һум ҡаралған. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы алдағы пленар ултырышта ярашлы законды ҡабул итергә ниәтләй. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Пособиены 1 июндән яңыса иҫәпләйәсәктәр. Шулай итеп, 3 йәшкә тиклемге баланы ҡарауға айына 10 855 һум, 3 йәштән өлкәндәргә 10 439 һум түләнә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 3 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр – 13 027 һум, 3 йәштән өлкәндәргә айына 12 526 һум тәшкил итәсәк. Башҡортостанда дөйөм алғанда үрҙә аталған категорияға ҡараған 9 681 бала бар. Уларҙың 94 проценты ғаиләләрҙә йәшәй.