Социаль өлкә
24 Июнь 2025, 10:10

Пособиелар 1 июндән 16,6 процентҡа арттырыла

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарауға опекундарға һәм попечителдәргә түләмдәр 16,6 процентҡа арта. Бөгөн республика парламенты депутаттары ярашлы закон ҡабул итте.

Был законды тормошҡа ашырыуға сығымдар 2025 йылда 87 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта ғәмәлдәге пособиелар айына уртаса 1700 һумға артасаҡ, тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы ултырышында республика хеҙмәт министрлығы етәксеһе Ленара Иванова.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ай һайын 9,1 мең етем баланы аҫрауға пособие түләнә. Уларҙың 9093-ө, йәғни 93,9 проценты ғаиләлә тәрбиәләнә.

Бөгөн ҡабул ителгән республика законына ярашлы, 2025 йылдың 1 июненән 3 йәшкә тиклемге етем балаларға пособие – 10 855 һум, 3 йәштән өлкәндәргә 10 439 һум тәшкил итәсәк; һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалидлығы булған 3 йәшкә тиклемге балаларға – 13 027 һум, 3 йәштән өлкәндәргә – 12 526 һум.

Читайте нас