Социаль өлкә
6 Июля 2025, 09:00

Рәсәй ғаиләләре өсөн 80000 һумдан алып яңы түләм

Кем күпме аласаҡ?

Рәсәй ғаиләләре өсөн 80000 һумдан алып яңы түләмРәсәй ғаиләләре өсөн 80000 һумдан алып яңы түләм
Рәсәй ғаиләләре өсөн 80000 һумдан алып яңы түләм

2026 йылда Рәсәйҙә миллионлаған ғаиләләр 80 меңдән 100 мең һумға тиклем түләм ала аласаҡ. Ул түләнгән физик шәхестәр килеменә һалымды (НДФЛ) өлөшләтә кире ҡайтарыуҙан ғибәрәт һәм түбән килемле ғаиләләргә түләнәсәк.

Ғаиләләге йән башына килем йәшәгән төбәктәге йәшәү минимумынан бер ярымға артмауы түләм алыу өсөн төп шарт булып.

Түләмде "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша, Рәсәй Социаль фонды бүлексәһендә йәки күп функциялы үҙәктә ғариза буйынса алырға мөмкин. Түләм күләме төбәккә, балалар һанына һәм 13 процент ставкаһы буйынса түләнгән һалымдың дөйөм суммаһына бәйле. Уның 7 проценты кире ҡайтарыла.

Иҡтисадсы Игорь Балыниндың иҫәпләүҙәре буйынса, ике балалы ғаиләлә, ата-әсә айына 51072 һум ала, йылына 85 800 һум самаһы кире ҡайтарырға мөмкин. Әгәр балалар өсәү булһа, сумма — 107 251 һумға, ә дүртәү булғанда 128 701 һумға тиклем арта.

2025 йыл өсөн һалым ҡайтармаһын алыу өсөн 2026 йылдың 1 июненән 1 октябренә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас