2025 йылда күп кенә рәсәйҙәр закон менән билдәләнгән йәштән ике йылға алдараҡ хаҡлы ялға сыға ала. Был ҡағиҙә оҙайлы хеҙмәт стажы булған граждандарға ҡағыла.
Ҡануниәткә ярашлы, 42 йыл хеҙмәт стажы булған ир-егеттәр һәм стажы 37 йылдан артҡан ҡатын-ҡыҙҙар ваҡытынан алда пенсияға сыға ала. Әммә бындай льгота бөтә граждандар өсөн дә ғәмәлдә түгел, сөнки ҡайһы бер хеҙмәт эшмәкәрлеге осорҙары иҫәпкә алынмай.
Беренсе сиратта бала ҡарау буйынса отпускыла булыу осоро. Ул страховкаһыҙ осорҙарға ҡарай һәм льготалы стаж иҫәбенә инмәй.
Икенсеһе – уҡыу, эшкә яраҡһыҙ туғандарын ҡарау йәки хәрби хеҙмәткәр булған тормош иптәше менән эшләү мөмкинлеге булмаған алыҫ урында йәшәү осорҙары. Был йылдар ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн стаж иҫәпләгәндә шулай уҡ иҫәпкә алынмай.
Әммә саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт һәм МХО-ла осорҙары иҫәпкә алына. Был категория граждандары, хатта бер нисә йыл хеҙмәт килешеүе буйынса эшләмәһәләр ҙә, ваҡытынан алда пенсияға иҫәп тота ала.