Социаль өлкә
2 Сентябрь 2025, 10:19

Күп балалылар өсөн шәп яңылыҡ!

Башҡортостанда транспортта бушлай йөрөү хоҡуғы ғәмәлгә инде.

1 сентябрҙән Башҡортостанда уҡыусыларҙың айырым категориялары өсөн бушлай йөрөү тураһында ҡағиҙә үҙ көсөнә инде.

Күп балалы ғаиләләрҙәге балалар киләһе йылдың май аҙағына тиклем түләүһеҙ ҡала транспорты менән файҙалана ала.

Республиканың Транспорт юл хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, республика социаль ярҙам үҙәге йыл һайын 1 сентябргә ҡарата льготалылар исемлеген төҙөй.

Әгәр үҙәк ҡарамағында ғаилә тураһында етерлек мәғлүмәт булһа, льгота өҫтәмә ғаризаларһыҙ автоматик рәүештә оҙайтыла.

Шуныһы мөһим, бушлай йөрөү ҡала маршруттары сиктәрендә генә эшләй. Ҡала яны зонаһына барған автобустар, хатта улар өлөшләтә ҡала биләмәһе аша үтһә лә, льготаға инмәй.

Был ҡағиҙә хатта мәктәп уҡыусылары ҡала яны маршруттарын белем биреү учреждениеларына барыу өсөн файҙаланған осраҡта ла һаҡлана.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас