Рәсәйҙә федераль льготаларға һәм социаль ярҙам сараларына хоҡуғы булған граждандар был хеҙмәттәрҙе алыу формаһын 1 октябргә тиклем һайлай ала, тиелә Рәсәй Социаль фонды документында.
"Федераль льготаларға һәм социаль ярҙам сараларына хоҡуҡлы рәсәйҙәр сентябрь аҙағына тиклем социаль хеҙмәттәр йыйылмаһының ниндәй формала алыныуын билдәләй ала: натуралатамы, әллә аҡсалатамы", – тип яҙылған документта.
Натураль форма дарыуҙар һәм медицина изделиелары, шифаханаға юллама, ҡала яны электричкаларында һәм ҡала-ара транспортта дауаланыу урынына бушлай йөрөүҙе күҙ уңында тота. Әгәр кеше был хеҙмәттәргә мохтаж булмаһа, ул финанс компенсацияһын һайлай ала. Бөтә төр хеҙмәттәрҙән баш тартҡан осраҡта уның күләме айына 1728,46 һум тәшкил итә.
"Уларҙы тулыһынса йәки өлөшләтә алмаштырыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, шифаханаға юллама алыу, унда барыуға юл сығмдырын ҡаплау хоҡуғын һаҡлап ҡалырға, әммә ай һайын түләү менән компенсацияланасаҡ дарыуҙарҙан баш тартырға мөмкин", – тип асыҡлыҡ индерҙеләр фондта.
Һайлау өсөн 1 октябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре, клиент хеҙмәте йәки күп функциялы үҙәк аша Социаль фондҡа ғариза бирергә һәм йыйылманан һәр хеҙмәт буйынса алыу ысулын күрһәтергә кәрәк. Һайланған вариант киләһе йылдан алып кеше яңы ғариза биргәнгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.