Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Сентябрь 2025, 15:41

Ейәнсуралар “Геройҙар биләмәһе”ндә булып ҡайтты

Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малайҙар өсөн форум ойошторолдо. "Геройҙар биләмәһе" тип аталған сараға республиканан 135 бала ата-әсәләре менән килде. Беҙҙең райондан Иҫәнғол ауылынан Тимур Ҡыуатов менән Байыштан Ансар Назаровҡа унда ҡатнашыу бәхете эләкте.

Ейәнсуралар “Геройҙар биләмәһе”ндә булып ҡайтты
Ейәнсуралар “Геройҙар биләмәһе”ндә булып ҡайтты

Үҙ-ара аралашыу, Геройҙар аллеяһын, Рәсәй Геройы Максим Серафимов стеллаһын барып күреү, хәрби техника күргәҙмәһе, "Партизан ауылы" музей-комплексы менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәре... Парашют спорты буйынса донъя чемпионы Алексей Буренин, Рәсәй Геройы Денис Чернавин һәм Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин менән осрашыу малайҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Программа бар яҡлап та бик бай йөкмәткеле итеп төҙөлгән. Хатта ата-әсәләр өсөн дә айырым саралар ҡаралған.

Робототехника, хәүефһеҙлек, спорт һәм башҡа төрлө интерактив майҙансыҡтарҙа эшләү, автоматты һүтеп-йыйыу, ҡоралдан атып ҡарау балаларға оҡшаған, уларға үҙҙәрен икенсе яҡтан асырға, үҙ көстәренә ышанысты арттырырға ярҙам иткән.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ирҙәрсә һөйләшеү сәләмәтлек мөмкинлеге сикле балаларға ҡанаттар ҡуйған. Бигерәк тә Республика етәксеһенең: “Был сара юҡҡа ғына “Геройҙар биләмәһе” тип аталмай. Һеҙ – ысын геройҙар!” тигән һүҙҙәренән ҡыуанған улар. Был форумдан үҙҙәренә "Бирешмәҫкә!" тигән девиз алып ҡайтҡандар.

Ә. Әйүпова.

Фотолар шәхси архивтан.

Тимур ҠЫУАТОВ.
Тимур ҠЫУАТОВ.
Хәҙер балалар өсөн төрлө саралар ҙа, мөмкинлектәр ҙә күп. Ә бына сәләмәтлек мөмкинлеге сикле малайҙар өсөн ундай мөмкинлектәр юҡ тиерлек, уларҙың күбеһе хатта мәктәпкә йөрөмәй, өйҙә уҡый. Был шәп сара малайҙарҙың рухын күтәреү, уларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән бик ҙур әһәмиәткә эйә. Чемпион менән физик күнекмәләрҙән башланған форум “Бәхет биләмәһе” фонды етәксеһе Каринэ Хәбированың сәләмләүе менән асылды. Көн сараларға бик бай булды. Беҙгә форум ныҡ оҡшаны. Тимурға айырыуса парашюттан төшкәндәрен оҡшатты.
Тәслимә Урал ҡыҙы Ҡыуатова
Ансар НАЗАРОВ.
Ансар НАЗАРОВ.
Балалар ҙур спорт майҙансығына ныҡ ҡыуанды. Рәхәтләнеп йүгереп, уйнап алдылар. Коляскала ултырған малайҙарҙы ирекмәндәр оҙатып йөрөнө. Шуға ла ата-әсәйҙәренә лә әҙерәк ял итеп, аралашып алыу мөмкинлеге булды. Балалар төрлө сараларҙа ҡатнашҡанда ата-әсәйҙәр өсөн зумба, волейбол уйыны ойошторолдо. Оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр. Ансарға партизандар ауылы һәм агросәнәғәт колледжының бал ҡорттары ныҡ оҡшаны. Ата-әсәләргә малайҙарҙы мотлаҡ алып барып күрһәтергә кәңәш итәм. Үҙегеҙгә лә оҡшаясаҡ. Үкенмәҫһегеҙ!
Рәмилә Зәкир ҡыҙы Назарова
Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас