2026 йылда страховка пенсиялары 2026 йылдың 1 ғинуарында индексациялана, тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт министрлығынан. Түләм бер юлы 7,6 процентҡа артасаҡ, был күрһәткес инфляцияны уҙып китәсәк. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияларының уртаса күләме яңы йылдан 27,1 мең һумға тиклем артасаҡ. Үҫеш 2 мең һум самаһы тәшкил итәсәк.
"Былтырғы кеүек үк, пенсияларҙы ваҡытынан алда индексациялау тураһында ҡарар ҡабул ителде: фактик инфляция буйынса 1 февралдән, Социаль фонд килеменән сығып 1 апрелдән түгел, ә шунда уҡ 1 ғинуарҙан – инфляциянан юғарыраҡ», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Социаль пенсиялар, үҙ сиратында, 1 апрелдән 6,8 процентҡа индексациялана.