Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Октябрь 2025, 14:35

Пенсиялар түләү графигы үҙгәрә

...

Ноябрҙә пенсия түләү графигы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрам көндәре арҡаһында үҙгәртеләсәк, ай башында килергә тейешле түләүҙәр 1 ноябрҙә үк күсереләсәк, тип хәбәр итте РИА Новости агентлығына Дәүләт думаһы депутаты Алексей Говырин.

"2025 йылдың ноябрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрам көндәренә бәйле пенсия түләү графигы үҙгәртеләсәк. 2, 3 һәм 4 ноябрь ял көндәре тип иғлан ителгәнлектән, Рәсәй Социаль фонды пенсионерҙар аҡсаны тотҡарлыҡһыҙ алһын өсөн күсереү даталарын үҙгәртә. Әгәр билдәләнгән пенсия таратыу датаһы ял йәки байрамға тура килһә, аҡса алдан – оҙайлы ял алдынан килгән һуңғы эш көнөндә күсерелә. Был быйыл ай башында килергә тейешле түләүҙәр 1 ноябрҙә үк килә тигәнде аңлата", – тине Говырин.

Депутат билдәләүенсә, бындай тәртип банк аша пенсия алыусыларға ла, аҡсаны өйгә килтергәндәргә йәки почта бүлексәһе аша алыусыларға ла ҡағыла.

"Почта бүлексәләре өсөн таратыу даталары уларҙың билдәле бер төбәктәге эш режимын иҫәпкә алып төҙәтелә, әммә ваҡытынан алда күсереү ҡағиҙәһе үҙгәрешһеҙ ҡала", – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас