Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Октябрь 2025, 11:35

2026 йылда эшләмәгән пенсионерҙар өсөн пенсия күләмен атанылар

...

2026 йылда эшләмәгән пенсионерҙар өсөн пенсия күләмен атанылар
2026 йылда эшләмәгән пенсионерҙар өсөн пенсия күләмен атанылар

2026 йылда эшләмәгән пенсионерҙар өсөн ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 27 мең һумдан артыуы көтөлә. Был хаҡта ТАСС агентлығына Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтсад университетының дәүләт һәм муниципаль финанс кафедраһы профессоры Юлия Финогенова хәбәр итте.

"2025 йылдың 1 июленә ҡарата Рәсәй федерацияһында эшләмәгән пенсионерҙар өсөн ҡартлыҡ буйынса иҫәпләнгән страховка пенсияһының уртаса күләме 25 826,03 һум тәшкил итте. Тимәк, индексациянан һуң уның күләме 7,6 процентҡа 27788,8 һумға тиклем артасаҡ", – тине Финогенова.

Страховка пенсияһы - иң киң таралған түләү төрө. Уны пенсия йәшенә еткәндә, инвалидлыҡ йәки ҡараусыһын юғалтҡан осраҡта тәғәйенләйҙәр. Пенсия күләме билдәләнгән түләүгә һәм шәхси пенсия коэффициенттарына (ИПК) бәйле. Бер баллдың хаҡын дәүләт билдәләй, ә уларҙың һаны эш стажына һәм эш хаҡы кимәленә бәйле.

Эксперт шулай уҡ, 2025 йылдың 1 июленә Рәсәйҙә эшләмәгән пенсионерҙар өсөн ҡартлыҡ буйынса социаль пенсияның уртаса күләме 15 856,22 һум тәшкил итте, тип билдәләне. Бындай пенсиялар, страховкалау пенсияларынан айырмалы рәүештә, хеҙмәт стажына һәм тупланған иғәнәләргә бәйле түгел. "2026 йылдың 1 апреленән 2025 йылда пенсионерҙың йәшәү минимумын арттырыуға индексациялағандан һуң (социаль пенсиялар) күләме артасаҡ, әммә әлегә индексация коэффициенты тураһында раҫланған мәғлүмәт юҡ", – тип өҫтәне агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Социаль пенсия төрлө шарттар арҡаһында хеҙмәт стажы булмаған (инвалид балалар) йәки ул страховка пенсияһы өсөн етерлек булмаған граждандарға түләнә. Ҡартлыҡ буйынса социаль пенсиялар дөйөм билдәләнгән пенсия йәшенән 5 йылға һуңыраҡ тәғәйенләнә.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас