Дәүләт думаһы вице-спикеры Борис Чернышов пенсионерҙар өсөн йыл һайын Яңы йыл алды түләүен индереү инициативаһы менән сығыш яһаны.
5 мең һум күләмендә «Яңы йыл капиталы» булдырырға тәҡдим ителә, уны ҡартлыҡ буйынса пенсия алған бөтә граждандар аласаҡ. Ул Яңы йылға тиклем 2 аҙнанан да һуңға ҡалмайынса түләнергә тейеш.
Был сара өлкән быуындың социаль яҡлауын көсәйтеү, байрам сығымдарын планлаштырыуҙа ярҙам итеү һәм байрам алды осоронда ҡулланыусылар әүҙемлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Байрамдар алдынан пенсионерҙарға өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтеү идеяһы беренсе тапҡыр күтәрелмәй. Бынан алда «Ғәҙел Рәсәй» лидеры Сергей Миронов бер нисә тапҡыр 13-сө пенсия түләүҙе индерергә тәҡдим иткәйне. Әммә бының өсөн 1 триллион һум самаһы талап итәелсәк һәм хәҙерге бюджет шарттарында бындай идеяны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге шикле.
Шудай уҡ Йәмәғәт палатаһында бюджет хеҙмәткәрҙәре өсөн 13-сө эш хаҡы традицияһын кире ҡайтарыу тәҡдиме яңғыраны, әммә был түләү эш биреүселәрҙең ҡарамағында ҡала һәм мотлаҡ түгел.
«Яңы йыл капиталы» идеяһының социаль йүнәлештә булыуын ҡарамаҫтан, уны финанслау мәсьәләһе асыҡ ҡала. Бынан алда депутаттар бюджетта бындай күләмле түләүҙәр өсөн средстволарҙың булмауын билдәләне. Шуға күрә уның ғәмәлгә ашырылыуы дәүләттең иҡтисади мөмкинлектәренә бәйле буласаҡ.