Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Декабрь 2025, 11:35

2026 йылда Рәсәйҙә пенсиялар нисек арттырылыуы тураһында һөйләнеләр

Иҡтисадсы Балынин: рәсәйҙәрҙең страховка пенсиялары 2026 йылдың 1 ғинуарынан 7,6 процентҡа артасаҡ

2026 йылда Рәсәйҙә пенсиялар нисек артыурылыуы тураһында һөйләнеләр

Иҡтисадсы Балынин: рәсәйҙәрҙең страховка пенсиялары 2026 йылдың 1 ғинуарынан 7,6 процентҡа артасаҡ

2026 йылда рәсәйҙәрҙең пенсияһы 7,6 процентҡа артасаҡ. Элекке практиканан айырмалы рәүештә, 2026 йылда страховка пенсиялары 1 ғинуарҙан индексациялана. Йыл башында уҡ пенсионерҙар арттырылған күләмдә түләү аласаҡ тигәнде аңлата, тип һөйләне «Газета.Ru»ға иҡтисад фәндәре кандидаты, РФ хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты доценты Игорь Балынин.

"Бынан тыш, 11 ғинуарға тиклем страховка пенсияһы алған пенсионерҙар аҡсаны ваҡытынан алда – 2025 йылдың декабрь аҙағында аласаҡ. Был 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем оҙайлы ял һәм байрам көндәре менән бәйле. Иаҡытынан алда түләүҙәр иң элек банк аша пенсия алғандарға ҡағыла. Әгәр түләүҙәр Рәсәй Почтаһы аша башҡарылһа, бүлексәләрҙең эш графигын иҫәпкә алып, ғәҙәти даталар һаҡланасаҡ: түләү датаһы ял көнө менән тап килһә, пенсияны алдан, һуңғы эш көнөндә алырға мөмкин», — тип билдәләне иҡтисадсы.

Уның һүҙҙәренсә, әгәр декабрҙә страховка пенсияһы күләме 27,5 мең һум тәшкил итһә, индексациянан һуң ғинуарҙан ул 29,59 мең һумға тиклем артасаҡ.

Ул, ғинуар индексацияһынан тыш, 2026 йылда эшләүсе пенсионерҙарҙы 2025 йылда булдырылған шәхси пенсия коэффициенттарын иҫәпкә алып, август айында страховка пенсияларын ҡайтанан иҫәпләү көтә, тип аныҡлыҡ индерҙе.

Балынин әйтеүенсә, социаль пенсиялар 2026 йылдың 1 апреленән 6,8 процентҡа индексацияланасаҡ. Социаль пенсияның уртаса күләме 15533,90 һумдан 16590,21 һумға тиклем арта, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды эксперт.

Рәсәйҙә даими йәшәгән инвалидтар, инвалид балалар, ата-әсәләрен юғалтҡан балалар, аҙ һанлы Төньяҡ халыҡтары вәкилдәре, страховка пенсияһына хоҡуғы булмаған өлкән йәштәге граждандар, шулай уҡ ҡануниәттә ҡаралған башҡа категориялар социаль пенсияға хоҡуҡлы, тип аңлатты ул.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас