Пенсионерҙар Яңы йыл байрамдарына бәйле ғинуар пенсияларын ваҡытынан алда аласаҡ, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Социаль фонды.
Соцфондтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ ғинуарҙың тәүге яртыһында пенсия алған пенсионерҙар хаҡында бара.
"30 декабргә тиклем фонд банк аша түләү датаһы 1 ғинуарҙан 11-нә тиклемге осорға тура килгән пенсионерҙарға ғинуар өсөн пенсия күсерә. Әгәр пенсия ғәҙәттә башҡа даталарға килә икән, банктар аша күсереү стандарт график буйынса үтәсәк", – тиелә белдереүҙә.
Почта аша пенсияны пенсионерҙар ғәҙәти көндәрҙә аласаҡ. Почтальондар уны 3 ғинуарҙан өйгә алып килә башлай.