Әсәлек капиталы 2026 йылдың 1 февраленән 6,8 процентҡа индексациялана. Был хаҡта Дәүләт Думаһының бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Каплан Панеш хәбәр итте.
«Был сара сертификат алған ғаиләләргә лә, иҫәптә тотонолмаған аҡсалары ҡалғандарға ла ҡағыла», — тип билдәләне депутат ТАСС менән әңгәмәлә.
Панеш 2026 йылда 1,7 миллион самаһы ғаилә был аҡсаны файҙалана аласағын белдерҙе. Был маҡсатҡа бюджетта 567 миллиард һум самаһы ҡаралған, был 2025 йылға ҡарағанда 30 миллиардҡа күберәк. Ҡалған аҡсаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында йәки Рәсәй Социаль фонды сайтында тикшерергә мөмкин.
Иҫәпләүҙәргә ярашлы, индексациянан һуң 2020 йылдың 1 ғинуарынан тыуған йәки уллыҡҡа алынған беренсе балаға түләү күләме 737 205 һум 10 тин тәшкил итәсәк, икенсе балаға, әгәр элек әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаһа, ғаилә 974 189 һум 12 тин ала аласаҡ, тип билдәләне ул. 2020 йылдан һуң беренсе балаға түләү алған ғаиләләр өсөн икенсе бала тыуғанда 236 983 һум 99 тин күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған.
Әсәлек капиталы программаһы Рәсәйҙә 2007 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә. Ул «Ғаилә» милли проекты составына инә. 28 февралдә РФ президенты әсәлек капиталы программаһын 2030 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Әсәлек капиталы средстволарын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланың белем алыуына, инвалид балалар өсөн тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә һәм башҡа маҡсаттарға тотонорға мөмкин.