Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Ғинуар , 15:05

Рәсәй ғаиләләренә бер тапҡыр түләнеүсе пособие арта

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 33 мең һум тәшкил итәсәк

1 февралдән, Рәсәй Социаль фонды пособиеларын һәм түләүҙәрен индексациялағандан һуң, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие яҡынса 33 мең һум тәшкил итәсәк. Был Соцфонд ғаиләләргә күрһәткән күп төрлө ярҙам сараларының береһе генә.

Социаль фондтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылда был пособиены Башҡортостанда 23 меңдән ашыу ғаилә алған. Түләү, килемдәренә һәм эшләү-эшләмәүҙәренә ҡарамай, ата-әсә булған бөтә рәсәйҙәргә тейешле.

Эшләүселәргә пособие автоматик рәүештә эш биреүсе аша күсерелә. Эшләмәгәндәр Социаль фондҡа ғариза бирә ала. Цифрлаштырыу һөҙөмтәһендә был һәм башҡа түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында онлайн рәсмиләштерергә мөмкин.

Бер тапҡыр бирелә торған пособиеға ғариза бала тыуғандан алып 6 ай эсендә түәлән. Әгәр игеҙәк йәки өс игеҙ бала тыуһа, түләү һәр балаға тәғәйенләнә.

Пособиены ата-әсәләр генә түгел, опекундар һәм уллыҡҡа алыусылар ҙа алырға мөмкин.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас