Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусылары өсөн мәктәп формаһын һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһын биреү ҡағиҙәләрен үҙгәртергә әҙерләнәләр. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ата-әсәләрҙе инстанциялар буйынса артыҡ йүгереүҙән ҡотҡарырға вәғәҙә иткән закон проектын ҡараясаҡ.
Реформаның асылы – үҙәкләштереүҙә, тип аңлатты төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев. Әгәр элек беренсе класс уҡыусылары өсөн форма һәм йыйылмалар биреү менән урындағы хакимиәттәр (муниципалитеттар) шөғөлләнһә, хәҙер был функцияларҙы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына тапшырырға планлаштыралар.
– Үҙәкләштереү ярҙам күрһәтеүгә алымдарҙы берләштерергә генә түгел, ә уны ғаиләләр өсөн дә уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирәсәк. Законға индерелгән үҙгәрештәр хеҙмәт күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡартыр һәм ғариза биреүселәргә йыйырға кәрәкле документтар һанын кәметер, тип иҫәпләйбеҙ. Киләсәктә был проактив форматҡа күсеү өсөн нигеҙ булдырасаҡ, ярҙам автоматик рәүештә, граждандар яғынан мөрәжәғәттәрһеҙ тәғәйенләнәсәк, — тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев.
Документ 2027 йылдың 1 ғинуарына көсөнә инергә тейеш.