Социаль өлкә
13 Апреля , 07:20

Балаларға пособиелар күләме үҙгәрҙе

2026 йылда Башҡортостанда балалар өсөн пособиеларҙы нисек юлларға

Балаларға пособиелар күләме үҙгәрҙеБалаларға пособиелар күләме үҙгәрҙе
Балаларға пособиелар күләме үҙгәрҙе

Башҡортостанда 1 февралдән республикала эшләмәгән ата-әсәләр өсөн 1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие күләме (урал коэффициентын иҫәпкә алып) 12 270 һум тәшкил итте. Пособие автоматик рәүәштә тәғәйенләнгән эшләүсе атай-әсәйҙәрҙән айырмалы рәүештә, эшләмәгәндәргә пособие «мохтажлыҡты комплекслы баһалағандан һуң» ғына хуплана (ғаилә килемен һәм мөлкәтен тикшерәләр).

Шул уҡ ваҡытта «1,5 йәшкә тиклемге» һәм берҙәм пособиеларҙы бер үк ваҡытта алырға ярамай, тип һөйләнеләр Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһендә.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, республикала күп ғаиләләр Берҙәм пособие ала. Уның күләме ғаиләнең килеменә бәйле һәм йәшәү минимумының 50%, 75% йәки 100% тәшкил итә. Һандарҙа был: 8175 һум, 12 262,50 һум йәки 16 350 һум.

Әгәр һеҙгә максималь күләмдә (16 350 һум) Берҙәм пособие хупланған икән, 1,5 йәшкә тиклем ҡарау буйынса түләүгә (12 270 һум) күсеү бөтөнләй отошло түгел. Һеҙ ай һайын 4 мең һум самаһы юғалтасаҡһығыҙ. Шуға күрә тәүҙә суммаларҙы сағыштырыу һәм һуңынан ғына ғариза яҙыу яҡшыраҡ. Ата-әсә 1,5 йәшкә тиклем түләүгә ғариза биргәндән һуң, берҙәм пособиены түләү автоматик рәүештә туҡтатыла, тип иҫкәрттеләр Социаль фондта.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас