Социаль өлкә
9 Июня , 10:35

Яңы түләмгә ғаризалар ҡабул итеү бара

Башҡортостанда 40 мең кеше яңы ғаилә түләүен һорап мөрәжәғәт иткән

Яңы түләмгә ғаризалар ҡабул итеү бараЯңы түләмгә ғаризалар ҡабул итеү бара
Яңы түләмгә ғаризалар ҡабул итеү бара

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала, Рәсәйҙең Социаль фондынан яңы ғаилә түләүе һорап, 40 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән дә инде, тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Соцфондтың БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ярҙам сараһы 2025 йыл өсөн түләнгән һалымдың бер өлөшөн аҙ килемле ғаиләләргә ҡайтарырға мөмкинлек бирә. Ғаризалар 1 июндән ҡабул ителә башланы.

2025 йылда йән башына уртаса килеме йән башына йәшәү минимумы дәүмәленән (республикала был 23673 һум) бер ярым тапҡырға артмаған, шулай уҡ мөлкәте билдәләнгән нормативтан артмаған ғаиләләр түләүгә дәғүә итә ала. Ғаилә түләүен тәғәйенләүгә ғариза биреү осоро – йыл һайын 1 июндән 1 октябргә тиклем.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас