

Студент әсәйҙәр иғтибарына
Уҡыған һәм шул уҡ ваҡытта бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар дәүләттең өҫтәмә ярҙамына дәғүә итә ала.
2025 йылдан юғары уҡыу йорттарының, колледждарҙың, училищеларҙың, техникумдарҙың, өҫтәмә һөнәри белем биреү ойошмаларының һәм ғилми ойошмаларҙың көндөҙгө уҡыу формаһындағы студенттары һәм аспиранттары, бюджет йәки түләүле нигеҙҙә уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, йәшәү минимумы нигеҙендә иҫәпләнгән йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие ала башланы. Социаль фонд хәбәр итеүенсә, 2026 йыл башынан алып Башҡортостанда йәшәгән 275 студент йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие юллаған
Түләүҙәрҙе юллар өсөн медицина ойошмаһынан йөклөлөк тураһында һәм уҡыу йортонан көндөҙгө бүлектә уҡыу һәм йөклөлөк, бала табыу буйынса отпуск ваҡыты күрһәтелгән справкалар кәрәк буласаҡ. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки Рәсәй Социаль фондының бүлексәлрендә тултырырға мөмкин.
Был ярҙам ғаиләләргә Социаль фондтың, шул иҫәптән «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән ярҙам сараларының береһе.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.