Социаль өлкә
19 Июля , 09:30

Рәсәйҙә пенсияларҙың уртаса күләме билдәле булды

...

2026 йылдың июнендә Рәсәйҙә эшләгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса пенсия күләме 25,4 мең һумдан ашыу тәшкил итте, бер йылда сумма яҡынса ике мең һумға артты, тип хәбәр итә РИА Новости Рәсәй социаль фонды мәғлүмәттәренә таянып.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылдың 1 июнендә эшләгән һәм эшләмәгән граждандарҙың пенсияһы 25 402 һум тәшкил иткән. 2025 йылдың ошо уҡ осоронда эшләүсе һәм эшләмәгән пенсионерҙар яҡынса 23 454 һум алған.

Граждандарҙың иң юғары пенсияһы Чукотка автономиялы округында – 42 270 һум.

Читайте нас