

Быйыл 1 июндән Рәсәйҙә ике һәм унан күберәк балалы ата-әсәләргә ғаилә түләүҙәре ғәмәлгә инде.
Яңы ярҙам сараһы эшләүсе ата-әсәләргә уҙған йылда түләнгән физик шәхестәр килеменә һалымдың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкинлек бирә.
СФР-ҙың БР буйынса төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 35 меңдән ашыу кеше ғаилә түләүе алған. Түләнгән ярҙам суммаһы 972 миллион һумдан ашҡан.
Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, түләүҙәр ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ҡаралған. Балаларҙың йәше – 18 йәшкә тиклем, ә көндөҙгө бүлектә уҡыһалар, 23 йәшкә тиклем. Төп шарт: ата-әсәләр 2025 йылда рәсми рәүештә эшләргә һәм НДФЛ түләргә тейеш була. Ярҙам сараһы йән башына уртаса килеме республикалағы йәшәү минимумынан (23 673 һум) бер ярым тапҡырға артмаған ғаиләләргә иҫәпләнгән.
Ғаризаны йыл һайын 1 июндән 1 октябргә тиклем — Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, СФР бүлексәһенең клиент хеҙмәтендә йәки күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин.