Социаль өлкә
27 Июля , 10:45

Компенсацияны хәҙер онлайн юлларға мөмкин

Ярашлы ҡарарға премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.

Компенсацияны хәҙер онлайн юлларға мөмкинКомпенсацияны хәҙер онлайн юлларға мөмкин
Компенсацияны хәҙер онлайн юлларға мөмкин

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусылар өсөн һатып алынған мәктәп формаһы өсөн аҡсалата компенсация, шулай уҡ беренсе класс уҡыусылары өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы биреү тәртибе раҫланды.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, хәҙер ярҙам һорап күп функциялы үҙәккә һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә генә түгел, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша онлайн мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тейешле ҡарарға премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.

Яңы ҡағиҙәләр шулай уҡ вәкәләттәрҙе ҡайтанан бүлә: хәҙер компенсация һәм йыйымдар өсөн элеккесә Мәғариф министрлығы түгел, ә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы.

Мәктәп формаһы өсөн компенсация ике уҡыу йылына бер тапҡыр бирелә. Уға йән башына уртаса килеме балаға йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған күп балалы ғаиләләрҙән 1-11 класс уҡыусылары хоҡуҡлы.

Мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы күп балалы ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Комплектҡа 22 предмет инә: дәфтәрҙәр, тышлыҡтар, көндәлек, ручкалар, ҡәләмдәр, буяуҙар, пластилин, пенал, ранец һәм яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилет. Йыйылмаларҙы 1 сентябргә тиклем алырға мөмкин.

Компенсацияға ғаризалар – 1 сентябрҙән 30 ноябргә тиклем, беренсе класс уҡыусыһы йыйылмаһына 1 майҙан 31 июлгә тиклем ҡабул ителә.

Фото: Олег Яровиков | ИА “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас