1 сентябрҙән икенсе һәм артабанғы балалары тыуғанда ғаиләләр ипотека каникулына дәғүә итә ала. Закон нисек эшләйәсәк.
Ипотека каникулы кемдәргә бирелә
Кредит каникулы – кредит (займ) буйынса түләүҙәрҙе ваҡытлыса туҡтатыу йәки уларҙың күләмен штраф санкцияларыһыҙ һәм кредит тарихы өсөн эҙемтәләрһеҙ кәметеү осоро.
1 сентябрҙән «Ҡулланыусылар кредиты (займ) тураһында» законға үҙгәрештәр көсөнә инә, уға ярашлы, икенсе бала йәки артабанғы балалар тыуғанда йәки уллыҡҡа алынғанда ғаиләләр 1,5 йәшкә тиклем ипотека буйынса кредит каникулына дәғүә итә ала.
Әгәр элек каникулды рәсмиләштереү өсөн килемдең түбәнәйеүен һәм бурыс йөкләмәһен ҙур булыуын раҫлау талап ителһә, хәҙер ғаиләнең артыу факты ла етә.