Социаль өлкә
27 Августа , 12:19

Аҡсамы, льготамы? 1 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк

Федераль льготниктар социаль пакетты аҡсаға 1 октябргә тиклем алмаштыра ала

Фото: ИА «Башинформ»Фото: ИА «Башинформ»
Фото: ИА «Башинформ»

Республикала инвалидтарҙың һәм башҡа федераль льготалар менән файҙаланыусыларҙың дәүләт ярҙамын нисек ҡулланыуҙы хәл итеү өсөн тағы бер ай ваҡыты бар. 1 октябрь көнө аҙағына тиклем социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыу ысулын үҙгәртергә мөмкин

Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы – айлыҡ аҡсалата түләүгә өҫтәмә. Хәҙер уның дөйөм күләме айына 1825 һум 25 тин тәшкил итә. Был суммаға түбәндәгеләр инә: 1405 һум – рецепт буйынса бушлай дарыуҙарға; 217 һум – табип күрһәтмәләре булған осраҡта шифаханаға юлламаға; 201 һум – дауаланыу урынына һәм электричкаларға бушлай йөрөүгә. Йыл һайын дәүләт был суммаларҙы индексациялай.

РФ Социаль фондының республика бүлексәһендә иҫкә төшөрөүҙәренсә, льготниктар ике варианттың береһен һайлай ала: натураль формала алыу, йәғни йыйылма хеҙмәттәренән файҙаланыу, йәки уларҙың аҡсалата эквивалентын (баяғы 1825 һум) алыу. Әгәр элеккесә ҡалдырырға теләһә, ғариза бирергә кәрәкмәй. Хәҙерге вариант киләһе йылға автоматик рәүештә һаҡланасаҡ.

Йыйылманы бүлергә рөхсәт ителә. Бушлай препараттар ғына ҡалдырырға, ә юл йөрөүҙән һәм шифахананан баш тартҡан өсөн өҫтәмә түләү алырға мөмкин. Йәки киреһенсә, дарыуҙарҙан ғына баш тартырға, уларҙың хаҡын аҡса менән алырға.

Үҙгәрештәргә ғаризаны 1 октябргә тиклем «Дәүләт Хеҙмәттәре» порталы аша, күп функциялы үҙәктә, Социаль фондтың БР буйынса бүлексәһенең клиент хеҙмәтендә бирергә мөмкин.

Өҫтәмә һорауҙарҙы берҙәм контакт-үҙәк телефоны буйынса бирергә мөмкин: 8-800-100-00-01.

Читайте нас