











Хаҡлы ялдағыларҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеү — ул ҡартлыҡты оҙаҡҡа һуҙыу ғына түгел, ә уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу, йәмғиәттән ситләшмәүен тәьмин итеү сараһы. Бөгөн был эш бигерәк тә мөһим, сөнки күп өлкән кешеләр йәштәре үтеү менән үҙҙәрен кәрәкмәгән, яңғыҙ тойорға мөмкин.
Пенсияға сыҡҡас, кешенең көндәлек ритмы үҙгәрә: эш урынындағы аралашыу юҡҡа сыға, социаль бәйләнештәр кәмей. Был депрессияға, һаулыҡ насарайыуға, хәрәкәт әүҙемлеге кәмеүгә килтерергә мөмкин. Ә әүҙем тормош уларға көс, дәрт, йәшәү мәғәнәһе бирә.
Ейәнсура районында хаҡлы ялдағыларҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеү эшен ветерандар советы рәйесе Кәримова Нәзирә Фәтхислам ҡыҙы бик уңышлы алып бара. Район үҙәге Иҫәнғол ауылында һәм башҡа ауылдарҙа ла өлкән быуын кешеләре өсөн төрлө саралар, экскурсиялар ойошторола. Был эш уларҙың һаулығын һаҡлауға, күңелдәрен күтәреүгә һәм йәмғиәттән ситләшмәүенә ярҙам итә. Нәзирә Фәтхислам ҡыҙы әйтеүенсә, “Башҡортостанда "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы ғына хаҡлы ялдағы әүҙем сәйәхәтселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. Шуға "Ейәнсура оҙон ғүмерлелеге" тигән үҙебеҙҙең эште башлап ебәрҙек. Беҙ күрмәгән тәбиғәт ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындар бик күп. Һәр кем үҙенсә генә йөрөй ҙә алмай: йә яңғыҙ, йә машинаһы юҡ, йә бер үҙе батырсылыҡ итмәй. Беҙҙең сәйәхәт төркөмдәре ветерандарҙы таныштыра, аралаштыра, дуҫлаштыра. Һуңғы бер нисә йылдарҙа байтаҡ ерҙәр күрҙек, "офоҡтарыбыҙҙы киңәйттек": Әүештауҙағы Әүлиә шишмәһе, Нарыҫтау, Арҡайым, Шүлгән, Мораҙым, Ғәҙелша шарлауығы, Мөжәүир хәҙрәттең йорт - музейы, Соль-Илецк, Беляевка тоҙ күлдәре, Яҡут батҡағы һәм башҡалар. Быйыл ғына 23 тапҡыр төрлө ерҙәргә йөрөгәнбеҙ. Әйтергә кәрәк, беҙҙең сәйәхәттәр бер кемдең дә елкәһенә ауырлыҡ һалмай. Хаҡлы ялдағылар үҙ аҡсаларын түләп йөрөйҙәр. Һөҙөмтәлә өс яҡ та ота: хаҡлы ялдағылар ҙа, транспорт хужалары ла, уларҙың ялын ойошторған ветерандар советы ла.”
Көҙҙөң иң матур, тәбиғәттең төрлө сағыу биҙәктәргә мансылған мәлендә Ейәнсура районы пенсионерҙары тағы ла бай йөкмәткеле экскурсияла йөрөп ҡайттылар. Теләүселәр бик күп булғанлыҡтан экскурсия рәттән ике көн - 16 – 17 сентябрь ойошторолдо. Программала изге әүлиәләрҙең: Шәмиғол хәлфә, Әхмәтбаҡый хәҙрәт, Ерәнсә сәсән ҡәберҙәрен, Бәндәбикә кәшәнәһен зыярат ҡылыу, уларҙың рухтарына баш эйеп, доғалар уҡыу, үҙебеҙҙең яҡын-тирәләге иҫтәлекле урындарҙы күреү ине.
Боронғо кәшәнәләр, изгеләштерелгән ҡәберҙәр һәм халыҡ хәтерендә һаҡланған риүәйәттәр — быуаттар төпкөлөнән килгән тере тарихыбыҙ. Шуларҙың иң сағыуҙарының береһе — Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылындағы Бәндәбикә кәшәнәһе һәм Ейәнсура районының Үрген ауылынан алыҫ түгел Ерәнсә сәсән ҡәбере. Был ике ҡомартҡы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән: уларҙы бер легенда, бер яҙмыш һәм бер халыҡ хәтере тоташтыра. Иҫәнғол ауылында йәшәгән Ләлә Мозафарова апай Ерәнсә сәсән һәм Бәндәбикә тураһында бик күп мәғлүмәт белә булып сыҡты. Экскурсанттар тын да алмайынса уның һөйләгәндәрен тыңланылар.
- Риүәйәттәрҙә бәйән ителеүенсә, Бәндәбикә — бик зирәк һәм ҡыйыу ҡатын, яҡынса ХIV-XV быуаттарҙа хәҙерге Башҡортостандың көньяғында йәшәгән. Боронғо замандарҙа башҡорттарҙы ҡаҙаҡ һәм башҡорт ҡәбиләләрәнең үҙ-ара һуғыштары ҡаҡшатҡан. Бәндәбикә күрше башҡорт ырыуҙарын бер-береһе менән татыу йәшәргә өгөтләй ("беҙҙең бөтә нәмә лә бар бит"), ә артабан ҡаҙаҡтар сираттағы барымта менән килгәндә һис шикләнмәй башҡорт ғәскәре башында ҡаҙаҡтарға ҡаршы сыға. Ҡаҙаҡ аҡһаҡалдары менән һөйләшеп, килешә һәм ҡан ҡойош туҡтатыла. Шул ваҡыттан алып күршеләр оҙаҡ татыу йәшәйҙәр. Уға кәңәш һорап күптәр килә һәм иң башта: «Бәндәбикә өйҙәме, ҡайыш ҡамсы сөйҙәме?»-тип һорау биргән. Башҡорт ауылдарында әле лә килгән ҡунаҡ хужаларҙы шулай сәләмләү ғәҙәте бар. Боронғо йола буйынса Бәндәбикә үҙенең һәләк булған иренең ҡустыһына кейәүгә сыға, тимәк йәш иренән күпкә өлкәнерәк һәм тәжрибәлерәк була. Ваҡыт үтеү менән Бәндәбикә ҡартая, ауырый башлай, ә йәш Ерәнсә яу ҡырында дан ҡаҙанғыһы килә. Һәм ул күрше ҡаҙаҡтарға һөжүм итеү тураһында уйлай башлай. Бәндәбикә ҡырҡа ҡаршы тора, ҡаҙаҡтар менән тыныс йәшәргә ант биргәнбеҙ, антыбыҙ башыбыҙға төшөр,ти, иренә еңелеү юрай, әммә Ерәнсә барымтаға юллана. Ерәнсә сәсәндең ғәскәре еңелә. Ҡаҙаҡ батыры Ерәнсәне һөңгө ҡаҙап үлтерергә йыйынғанда, сәсән ҡысҡырып көлөп ебәрә. Ҡаҙаҡтар уның көлөүенең сәбәбен һорай, Ерәнсә ҡатыны Бәндәбикәнең башҡорттарға еңелеү юрағанын һөйләй. Ҡаҙаҡ аҡһаҡалдары Бәндәбикәгә хөрмәт йөҙөнән башҡорттарҙы ҡайтарып ебәрергә риза була. Өйгә юлда Ерәнсә сәсән ҡатынының үлеме тураһында хәбәр ала. Ерәнсә бейек ҡаянан ташланып, һәләк була, тиҙәр. Хәҙер был ҡаяны Үрген ауылы халҡы «Кәмшәткә тауы» (Кәңшәт) тип атай. Ерәнсә сәсән был ҡаяға яҡын ғына ерҙә ерләнә, оҙаҡ йылдар был урында ҙур таш ята. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында район хакимиәте инициативаһы менән ҡәбер тәртипкә килтерелгән. Ә 2022 йылда Яңы Петровка ауыл хакимиәте тарафынан Үрген йылғаһы буйында Наҙый тауы битендә урынлашҡан тарихи ҡомартҡыбыҙҙы уратып алған кәртәләүе яңыртылды, төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, - тип һөйләне Ләлә апай.
Ерәнсә сәсән тормошо тураһында документаль сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исеме «Ерәнсә сәсән», «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән» һ.б. башҡа риүәйәттәрендә осрай, уларға ярашлы, Ерәнсә сәсән 14—15 йәки 17—18 бб. йәшәгән,
Бәндәбикә үҙен үҙ өйөндә ерләргә васыят әйтеп ҡалдыра. Өйөн ер һәм таштар менән күмеп, һуңыраҡ өҫтөндә таш кәшәнә төҙөйҙәр. Ваҡыт үтеү менән ул туҙа һәм емерелеп төшә. 1968 йылда Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы зыяратында Бәндәбикәнең урта быуат кәшәнәһен асалар. Таш саркофагта табылған ҡатындың һөйәктәрен Мәәскәү дәүләт университетының антропология институтына алып китәләр, әммә Бәндәбикәнең тышҡы ҡиәфәтен тергеҙергә тейеш булған М.С. Акимова үлеп ҡала, һәм Бәндәбикә мәйетенең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ ҡала.
2007 йылда был урында яңы кәшәнә төҙөлә, ул дүрт арка менән һигеҙ ҡырлы формала. Ауыл халҡы, Бәндәбикә һөйәктәре тыуған яғына ҡайтыр һәм кәшәнәлә үҙенең урынын яңынан алыр, тип өмөт итә.
Бәндәбикә кәшәнәһе һәм Ерәнсә сәсән ҡәбере — бер-береһенән тиҫтәләрсә саҡрым алыҫлыҡта урынлашһалар ҙа, бер риүәйәт, бер яҙмыш менән бәйләнгән ике ҡомартҡы. Бәндәбикә — аҡылы һәм әүлиәлеге менән халыҡ хәтерендә ҡалған изге ҡатын-ҡыҙ. Ерәнсә сәсән — һүҙ оҫтаһы, импровизатор, халыҡ аҡылын йөрөтөүсе. Уларҙың бергә телгә алыныуы — был ике шәхестең тарихта ғына түгел, халыҡтың рухи донъяһында ла йәнәшә торғанлығын күрһәтә.
Бөгөн был ҡомартҡылар — үткәндәрҙең тере шаһиттары. Улар янына килеү, улар тураһындағы риүәйәттәрҙе тыңлау — үҙ тамырҙарыңды, үҙ тарихыңды таныу тигән һүҙ. Бәндәбикә кәшәнәһе лә, Ерәнсә сәсән ҡәбере лә — беҙҙең уртаҡ мираҫыбыҙ, быуындар бәйләнешен һаҡлаусы изге урындарыбыҙ.
Экскурсия унда ҡатнашыусы өлкән быуын кешеләренең күңелендә оҙаҡ һаҡланырлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Клара Хәйбуллина:
- Кисә бер төркөм ҡыҙҙар көҙҙөң матур сағында, Әүлиәләр Бикбаев Шәмиғулла хәлфә (мөәзин) , Бәндәбикә, Аҡъюлов Әхмәтбаҡый хәҙрәт, Ерәнсә сәсән рухтарына доғалар бағышлап, сәйәхәт итеп ҡайттык. Ошо сараны ойоштороусы Нәзирә Фәтхислам ҡыҙына, йөрөтөп алып ҡайтыусы Сулпан ағайға, бик аҡыллы төркөмдәш ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт. Бик оҡшаны. Ләлә апай матур итеп тарихи ваҡиғалар һөйләне, Кәримә апай фотоға төшөрөп йөрөнө. Арабыҙҙа доғалар уҡыусы Лилиә, Хәҙисә апайҙарға, барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тип яҙҙы Ветерандар чатында. Шулай уҡ Әбүләис ауылынан Рәмзиә апай ҙа сәйәхәт тәьҫораттары менән уртаҡлашып, “Көҙҙөң иң матур сағында әүлиәләр рухын шат ҡылып доғалар уҡыусыларға һәм дә барса төркөмдәштәргә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, ил тыныслығы, яугирҙәрҙең иҫән-имен ҡайтыуын теләйем. Башҡортостандың матур тәбиғәтле ерҙәрен тағын да күрергә насип булһын”,- тип үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.
Экскурсияларҙа ҡатнашыусыларҙың ихлас тәьҫораттары был эштең ысын баһаһын күрһәтә: өлкән быуын кешеләре яңы урындар аса, бер-береһе менән аралаша, үҙҙәрен кәрәкле итеп тоя. Быуындар бәйләнеше нығына, уларҙың тәжрибәһе йәштәргә тапшырыла. Шуға күрә был изге эште дауам итеү, тағы ла күберәк хаҡлы ялдағыларҙы йәлеп итеү мөһим. Уларҙың рәхмәте, изге теләктәре һәм йылмайыуы — башҡарылған хеҙмәттең иң ҙур баһаһы.